Бөгөн Өфөлә Рәсәй Финанс министрлығының Федераль ҡаҙнасылығының Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторолоуҙың 25 йыллығына арналған тантана уҙғарылды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. “Ҡаҙнасылыҡ һәм бюджет дәүләт тарихының мөһим төшөнсәләре булып тора, улар – дәүләттең һәм уға идара итеүҙең нисек барыуын күрһәтеп тора”, – тине Андрей Геннадьевич, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын юбилей менән ҡотлап. – “Һеҙ яҙған һандар ошо идараның йоғотололоғон күрһәтә, халыҡтың кәйефен билдәләй. Мин финанс белгестәре ғаиләһендә тыуып үҫтем, шуға ла һеҙҙең байрамды йөрәккә яҡын ҡабул итәм”. Премьер-министр әйтеүенсә, былтырғы йыл йомғаҡтары Идаралыҡ эшмәкәрлегенең уңышлы үтәлеүен күрһәтә: федераль ҡаҙнаға 982 миллиард һум күсерелгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк. Иадаралыҡ Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты араһында 1998 йылда төҙөлгән килешеүҙән