Республика халҡы тупланып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам итә. Илеш районы ла был саранан ситтә ҡалмай. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин яҙҙы. "Барыһы ла фронт өсөн! Хәҙерге заманда бер кем дә 80 йыл элекке әйтелгән һүҙҙәр шул йылдарҙағы кеүек көнүҙәк булып яңғырар тип уйламағандыр, моғайын. Тап ошо лозунг аҫтында район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ өсөн сираттағы гуманитар автоколонна йыйҙы. Бөгөн десантсылар һәм "Илеш" элеваторы коллективы әҙерләгән ике "УАЗ" автомашинаһын, Аҡкүҙ ауыл биләмәһе халҡы әҙерләгән күсмә мунсаны һәм бөтә райондан йыйылған гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу өсөн Өфөгә ебәрелде. Беҙҙең ярҙам егеттәргә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанам. Яугирҙәр, беҙ һеҙҙең менән, ныҡ тороғоҙ! Еңеү беҙҙеке буласаҡ!” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ildar_mustafin_ilish