Йылы яҡтарҙа һалҡын ҡышты үткәргәндән һуң, тыуған төйәктәрен һағынып, Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайта башлаған. Уларҙы, мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылы халҡы күргән. Ҡоштар, ғәҙәттәгесә, үҙҙәре өйрәнгән Шотто паркына хужа булған. Социаль селтәрҙәге һүрәттән күренеүенсә, һыу ятҡылығы тулыһынса боҙҙан әрселеп тә бөтмәгән, әммә аҡҡоштар биләмәне үҙләштерергә, тирә-яҡты байҡарға тырыша. Шотто паркы Көйөргәҙе районының иҫтәлекле урыны, уға 19-сы быуатта уҡ помещик Шотто тарафынан нигеҙ һалынған. Крепостнойҙар көсө менән һирәк осрай торған ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. Әле лә тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡәҙерләп һаҡлайҙар, яҡшы тәрбиәләйҙәр. Ул Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән, республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. Хәҙер Ермолаевка дендрарийы көйөргәҙеләрҙең генә түгел, аҡҡоштарҙың да яратҡан ял урынына әүерелде. Шотто паркы һәр миҙгелдә лә һоҡланғыс! Юлай Ильясов фотоһы.