Бөгөн Ырымбур өлкә суды (Орск ҡалаһында) һуңғы йылдарҙа төбәктәге иң ҡурҡыныс һәм ҡанһыҙлығы менән тетрәткән енәйәткә нөктә ҡуйҙы. Хөкөм ителеүсе – 29 йәшлек Александр Лазарев, ул Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы көсләүҙә һәм вәхшиҙәрсә үлтереүҙә ғәйепләнә. 2021 йылдың 30 сентябрендә ҡылынған енәйәттә вәхши ҡулынан һәләк булған ҡыҙҙар – беҙҙең яҡташтар, улар Башҡортостандан күрше өлкәгә медицина колледжында белем алыу өсөн барған. Ҡыҙҙар Лазаревтың – осраҡлы ҡорбандары. Был әҙәм аҡтығы бығаса ла кеше үлтереп төрмәлә ултырған, башҡа енәйәттәр ҙә ҡылған. Бер нисә ай иректә йөрөгән вәхши кис уҡыуҙан ҡайтып, кухняла өҫтәл артында ултырған ҡыҙҙарҙы үтеп барышлай тәҙрә аша күргән һәм төнөн фатирға баҫып ингән. Тәфтишселәр билдәләүенсә, фатир ишеген ҡыҙҙар төнөн бикләргә онотҡан. Лазарев ҡыҙҙарҙың ғүмерен өҙгәндән һуң ҡасып киткән, уны бер нисә көндән икенсе ҡалала тотҡандар. Тәфтишселәр унан һорау алғанда Лазарев йыш ҡына ауыр бала сағына зарланған, үҫмер сағынан үҙ йүнен үҙе күргән һәм бар донъяға ас