15 мартта Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов «Беҙ бергә. Спорт» Йәйге сурдлимпия уйындарына әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышын уҙғарҙы. Был сара 2023 йылдың 23 июленән 2 авгусына тиклем Өфөлә үтә. Ярыштарҙа 2,3 меңдән ашыу атлеттың ҡатнашыуы көтөлә. Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Спорт министрлығына 2023 йылғы уйындарҙы Өфөлә уҙғарыу йәһәтенән ышаныс белдергәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. - Илебеҙҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ дәүләттәрҙән спортсылар 21 дисциплинала миҙалдар өсөн көрәшәсәк, - тине Радий Хәбиров. - Ярыштар юғары кимәлдә үтһен, ә ҡунаҡтар Башҡортостан менән яҡындан таныша алһын өсөн беҙ үҙебеҙҙең яҡтан бөтә кәрәкле шарттар булдырасаҡбыҙ. Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов республика етәкселегенә уйындарға әҙерлек буйынса алып барылған ойоштороу эше өсөн рәхмәт әйтте. - Спортсыларыбыҙ өсөн ярыш тәжрибәһен һаҡлау маҡсатында әлег