Найти тему
Башҡортостан гәзите

Барыһы ла спорт өсөн!

15 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Көн үҙәгендә – республика райондарында һәм ҡалаларында спорт инфраструктураһы үҫеше, төбәктә ҙур ярыштарҙы ойоштороу. - Һеҙҙе Башҡортостанда күреүебеҙгә бик шатмын. Бөгөн беҙҙең программа бик бай. Һеҙҙең менән “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпиада уйындары ойоштороу комитетының беренсе кәңәшмәһен үткәрәбеҙ. Был мөһим сара, - тине Радий Хәбиров. - Республика спорт инфраструктураһы үҫешкән, һәм беҙгә шундай ҙур сараларҙы үткәреү - мәртәбә. Одес Байсолтанов Башҡортостанға килеүенә шат булыуы, килгән һайын бында яңылыҡтар күреүе тураһында һөйләне. - Рәсәй спорты санкциялар баҫымы аҫтында булғанда, иң тәү сиратта, төбәк спорт инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк. Бында йәшәүселәр, спортсылар бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен һәм спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн. Республиканың ошо йүнәлештә эш алып барыуы һоҡландыра”, - тине Рәсәй министры урынбаҫары. Фото: glavarb.ru