Бөгөн, 15 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Хасаевич Байсолтанов Борай районы үҙәге Борай ауылындағы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны. - Беҙ был физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнә бик яуаплы ҡараныҡ. Борай халҡы өсөн тағы бер һәйбәт яңылыҡ бар: Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Хасаевич Байсолтанов Борайҙағы боҙ һарайы төҙөлөшөн финанслауҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте, - тине республика Башлығы. Физкультура-һауыҡтырыу үҙәге “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы төҙөлгән. Объекттың хаҡы – 467 миллион һум. Уның 414 миллион һумы – федераль бюджеттан. Ике ҡатлы бинаның майҙаны 4,3 мең квадрат метр. Бында ике зал, массаж, табип кабинеттары, буфет, конференц-зал, музей, тренер һәм административ бүлмәләр. - Октябрьский ҡалаһында боҙ һарайы, бассейн төҙөргә тейешбеҙ. Мәсәғүттә, Баймаҡта шулай уҡ яңы боҙ ареналары барлыҡҡа киләсәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Радий Хәби