Благовещен районында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡороуға тотондолар. Яңы ФАПта 170 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Төҙөлөш быйыл февраль айында башланған. Ул тулыһынса ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Өҫтәүенә медицина пунктының биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Языков фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу йәй башында планлаштырыла. – Беҙ көн һайын ауыл халҡына медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарабыҙ. Алда бурыстар күп, һәр кем үҙе йәшәгән урында тейешле медицина ярҙамынан файҙаланһын өсөн тырышасаҡбыҙ, – ти Благовещен районы дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас. Быйыл Башҡортостанда 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу,