Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишле ғаиләләр транспорт һалымы түләмәй

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, транспорт һалымы түләүҙән азат итеү Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы тормошҡа ашырылған “юл картаһы” сараларының береһен тәшкил итә. 2021 йылға транспорт һалымы түләүҙән тулыһынса бушатыу кеүек 84650 мең һумлыҡ һалым льготаһы 29930 ишле ғаиләгә бирелгән. “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр был ташламанан файҙалана ала. 2023 йылда “Башҡортостан Республикаһында сабыйы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 3,52 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған, шуның 0,59 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә. Фото: mintrud.bashkortostan.ru Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/422633#scroll