Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының махсус корреспонденты Александр Сладков махсус хәрби операция биләмәһендәге окоптарҙа башҡорт яугире менән осрашҡан. Ул егет - Туймазы районынан. Исеме - Илмир. Мобилизацияланғанға тиклем механизатор булып эшләгән. "Башҡорттар менән ошолай яҡындан осрашҡаным юҡ ине. Шәп егеттәр! Шундай тыныс үҙҙәре", - тип республикабыҙҙың яугирҙәренә һоҡланыу белдерҙе махсус корреспондент. Уның "Бында нисек килеп эләктең?" тигән һорауына Илмир: "Тыуған ил нимә ҡуша - шуны эшләргә тейешбеҙ. Ватанды һаҡларға кәрәк", - тип яуап бирҙе. Илмирҙең һәм барлыҡ яугирҙәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Хәбәр ителеүенсә, был төшөрөлгән репортаж 19 мартта "Рәсәй-1" каналында күрһәтеләсәк. Видео: ВГТРК. Фото: видеонан скриншот.