Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ышанабыҙ, иғтибар итмәйбеҙ, оялабыҙ...

“Беҙ бөҙрәханаларҙа һәм башҡа урындарҙа инструменттарҙы эшкәрткәндәрме-юҡмы икәнлеге тураһында бик һирәк һорайбыҙ. Ышанабыҙ, иғтибар итмәйбеҙ, оялабыҙ. Кем нисек. Ә нимә эшләргә кәрәк? Вирустар үҙгәреүсән һәм хәүефле”, - тип хәбәр ителә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге сәхифәһендә. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш инфекционисы Лиана Шәйхуллина һөйләне. С гепатитының ҡан аша күсеүе тураһында хәтерҙә тоторға кәрәк. Был сирҙе түбәндәге осраҡта йоҡторалар: - сирле кеше менән бергә маникюр һәм бритва кәрәк-яраҡтарын файҙаланыу; - маникюр, пирсинг, тату өсөн инструменттарҙы кәрәккәнсә стерилләмәү; - наркотиктар ҡулланыу; - һаҡланмаған енси бәйләнеш; - бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина инструменттарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.