2022 йылда Башҡортостандың сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙарын экспортлау күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда 6,7 процентҡа артҡан һәм республиканың дөйөм экспортынан 65,8 процент тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. "Уҙған йылда сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорттың нигеҙе түбәндәгесә: химия сәнәғәте продукцияһы (28,1 процент), машиналар эшләү продукцияһы (22), аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (7,1), целлюлоза-ҡағыҙ изделиелар (3,3), металл һәм уларҙан эшләнгән изделиелар (3,2). Текстиль, туҡыма изделиелары һәм аяҡ кейеме тауар төркөмө 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда иң ҙур үҫеш күрһәткән - 50,4 процент. Химия сәнәғәте продукцияһы ла һиҙелерлек артҡан, каучук - 31 процентҡа", – тине Премьер-министр. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда сеймал булмаған, энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙы экспортҡа оҙатыусы республика предприятиеларына булышлыҡ