Найти тему
Башҡортостан гәзите

Социаль проекттарға 163 миллион һум аҡса бүленә

Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашып, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға өс миллион һумға тиклем аҡса ота ала. Республиканың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды берҙәм грант операторы булып тора. Фондтың социаль селтәрҙәге https://vk.com/grantrb сәхифәһендә ғариза тултырыу, йыш осрай торған хаталар, бюджет статьялары һәм башҡа байтаҡ мәсьәләләр буйынса белемде камиллаштырыу мөмкинлеге биргән видеояҙмалар табырға мөмкин. Әйткәндәй, ҡулланыусылар, торлаҡ, торлаҡ-төҙөлөш һәм гараж, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек, кредит, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары; үҙ-ара страховкалау йәмғиәттәре; прокат фондтары; сәйәси партиялар; үҙ-үҙен көйләгән ойошмалар, эш биреүселәр берекмәләре; сауҙа-сәнәғәт палаталары; торлаҡ милекселәре ширҡәттәре; адвокат, микрофинанс ойошмалары, нотариаль палаталар конкурста ҡатнаша алмай. Былтыр граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса ошоға оҡшаш ике конкурста 100-ҙән ашыу проект еңеүсе тип танылды. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле һәм көнүҙәк социаль проблемаларҙы хәл итә. Мәҫәлән, “Социум+” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының “Әүҙем йәш” коворкинг үҙәген асыу проекты 60 йәштән өлкән граждандарҙы эшҡыуарлыҡ, спорт-туризм һәм башҡа эшмәкәрлек төрҙәренә йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе былтыр көҙ бөтә илдән ишетеү һәләте буйынса инвалид булған 350 кеше өсөн һөнәри оҫталыҡ буйынса DeafSkills милли чемпионатын үткәрҙе. Республика балалар клиник дауаханаһында оҙайлы дауаланған кескәйҙәрҙең интеллектуаль ялын ойоштороу өсөн “Уңыш маршруты” проекты тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының икенсе конкурсына ғаризаны 30 мартҡа тиклем конкурстың рәсми сайтында (https://грантыглавы102.рф) бирергә мөмкин.