Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Кисә Салауат районы сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатты. Ошо хаҡта Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов белдерҙе. – Махсус хәрби операция биләмәһендә булған егеттәребеҙ менән һәр ваҡыт бәйләнештә торабыҙ. Шуға күрә яугирҙәребеҙгә нимә кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар автоколоннаны ебәрҙек. Беҙ һалдаттар һораған әйберҙәрҙе алып барабыҙ: төрлө махсус техника, бензин генераторҙары, тимер мейестәр, бысҡылар, йылы кейем һәм аяҡ кейеме, гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, өйҙән күстәнәстәр һәм посылкалар. Райондағы ойошмалар һәм предприятиелар коллективтары йыйған әйберҙәр ҙә бар. Әлбиттә, егеттәргә әлеге шарттарҙа беҙ ебәргәндәрҙең барыһына ла, беренсенән, даими ихтыяж бар, икенсенән, улар тиҙ сафтан сыға – автомобилдәр, запас частар, тимер мейестәр һәм башҡалар. Бөгөн яугирҙәр транспорт сараларына, йәғни автомобилдәргә айырыуса мохтажлыҡ кисерә, шуға күрә гуманитар автоколонна менән тағы ла ике “УАЗ” автомобилен ебәрҙек. Салауат районы халҡына ярҙамдары һәм аңлап ҡабул иткәндәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм! Беҙҙең хәрбиҙәр өсөн гуманитар автоколонналар даими бара һәм беҙ кәрәк булғанса ярҙам итәсәкбеҙ, – тине ул. Фото: vk.com/marskashapov.