Туймазы ҡалаһында урынлашҡан “Экология-Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк операторы ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороу эшен дауам итә. Быға тиклем пластик шешәләр һәм алюмин банкалар йыйыу өсөн махсус 220 контейнер ҡуйылған булһа, бөгөн улар барлыҡ майҙансыҡтарға урынлаштырылған. Бынан ары “Экология-Т” төбәк операторы райондың һәр ауылында был ғәмәлде атҡарасаҡ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра: 1) икенсел сеймалдың файҙалы өлөштәрен айырым туплау; 2) халыҡты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу инфраструктураһы менән тәьмин итеү; 3) халыҡ араһында экологик мәҙәниәттең формалашыуына булышлыҡ итеү. Әйтәйек, ҡаланың күп кенә күп ҡатлы йорттар һәм шәхси ихаталарында ғәҙәти контейнерҙар менән бер рәттән пластик шешәләр һәм алюмин һауыттар өсөндәре лә ҡуйылған. Әммә уларға ниндәй ҡаты көнкүреш ҡалдығын һалырға кәрәклеген барыһы ла белеп бөтмәй. Шуға был һауыттарға сүп-сарҙы бүлеү буйынса күрһәтмәләр яҙылған төҫлө мәғлүмәт билдәләре эленде. Төбәк операторының артабанғы эш йүнәлеше ҙур контейнерҙарҙы замансаға алмаштырыу ине. Бөгөнгә яңы ҡыҙғылт-һары контейнерҙар һатып алынған һәм ҡаланың бөтә контейнер майҙансыҡтарында урынлаштырылған. Хәҙер ПЭТ контейнерҙары һәм алюмин һауыттары заманса технологияға ярашлы эшләнгән – сүп-сарҙы ҡапҡасты асмайынса ғына ташлайһың. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу процесы уңайлы булырға тейеш. Тәжрибә шуны күрһәтте: халыҡ контейнерҙарҙы күп осраҡта тейешенсә ҡулланмай, бар сүп-сарҙы бергә ташлай. Бигерәк тә был йәйге-көҙгө осорҙа һиҙелде, көҙөн айырыуса үҫемлек ҡалдыҡтары ташланғанда күҙәтелде. ПЭТ һауыттарын йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙар тиҙ арала төрлө сүп-сар менән тултырыла, улар күркәм булмаған ҡиәфәт ала. Кешеләр сүп-сарҙы айырыу процесын файҙаһыҙ тип иҫәпләүен дауам итә, сөнки бөтә ҡалдыҡтар “бер өйөмгә” ташлана тип ышаналар. Пластик һәм алюмин шешәләр икенсел сеймалды эшкәртеү буйынса махсус заводҡа барып еткәнсе ҙур юл үтә – был ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу комплексына ташыу, төҫө һәм төрө буйынса бүлеү. Ошо һанап үтелгән сараларҙан һуң ғына пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводына ебәреләләр. Икенсел сеймалды ҡайтанан ҡулланыу полигондарға ташланған һәм тәбиғәткә зыян килтергән ресурстарҙы рациональ ҡулланырға, шул уҡ ваҡытта ғәйәт ҙур ер участкаларын сүп өйөмдәренән азат итергә мөмкинлек бирер ине. Кешеләрҙең ҡалдыҡтарҙы өйҙән башлап айырыуҙың мөһимлеген аңлауы кәрәк. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып, һуңынан махсус һауыттарға һалһаҡ, киләсәктә уларҙы эшкәртеү һәм яңы продукт алыу күпкә еңелерәк буласаҡ. Ҡалдыҡтарҙы айырым фракцияларға бүлеп йыйырға кәрәк. Пластик шешәләрҙе алюмин һауыттарҙы махсус һауытҡа ташлау эште күпкә еңелләштерә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең һөҙөмтәле һәм уңайлы системаһын тик бергәләп ойоштора алабыҙ. Лилиә НУРЕТДИНОВА