Тормош ауырлығына һылтанмай, үҙ юлдарын табырға тырышҡан йәштәр – йәмғиәтебеҙ өсөн таяныс. Нуриман районына эш сәфәре менән сыҡҡанда ошондай йәш ғаиләләрҙең береһе Рүзилә һәм Эльвир Ғабдуллиндар менән таныштыҡ. Тәүҙә ауылда төпләнеү уйы булмаһа ла, ваҡыт үтеү менән менән тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә улар. Эльвир Башҡорт дәүләт аграр университетын, Рүзилә Финанс-иҡтисад университетын тамамлаған. Йәш белгестәр үҙҙәренең белемен дә, тырышлыҡтарын да тыуған төйәктәренә файҙа килтереүгә арнаған.Туҡтауһыҙ камиллашыу, эҙләнеү – уларға хас төп сифат. Күптән түгел Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе”ндә ит эшкәртеү буйынса өҫтәмә һөнәр алып та улар үҙҙәренең оҫталығын арттырған. Ғаилә ҡорғас, бер нисә йыл Өфөлә лә йәшәй Ғабдуллиндар. Ләкин тиҙҙән, ҡарарҙары үҙгәреп, ауылға ҡайтырға булалар. Ғаилә башлығының ауылда төпләнеп, йәйен үрсетергә тигән күптәнге хыялы ла был ҡарарҙың тормошҡа ашыуына йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Эльвир Менәүәр улы тиҙҙән крәҫтиән (фермер)