Ергә хужа була белеп, ныҡлы баҫып эшләгән ауыл хеҙмәтсәндәре –йәнтөйәгенең таянысы, терәге. Бүздәк районының Ҡаран ауыл биләмәһендә булғанда ла ошо төбәктә эшмәкәрлек алып барған, тыуған төйәге өсөн янып-көйгән фермерҙарҙың береһе Илдар Вәхитов менән осраштыҡ. Иҫке Аҡтау ауылында тыуып үҫкән фермер үҫмер сағында уҡ үҙенең ауылда йәшәрен, ошо тармаҡта эшләрен белә. – Атай-әсәйем дә ауыл хеҙмәтсәндәре, 13-14 йәштә үҙем дә комбайнсы ярҙамсыһы булдым, шуға ауыл эше миңә бала саҡтан яҡын. Һуңынан Өфөлә ҡалырға, Себер тарафтарына сығып китергә лә мөмкинлек бар ине, ләкин күңелем менән һәр ваҡыт тыуған яғыма тартылдым, – тип башланып китте Бүздәк фермеры менән һөйләшеүебеҙ. Тәүҙә ул Өфөлә урман техникумын тамамлай. Ғаилә ҡорғас, ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала. Ҙур ауыл хужалығы ойошмаһында баш инженер, һуңынан директор урынбаҫары булып эшләү Илдар Рим улына был өлкәлә ҙур хеҙмәт тәжрибәһе бирә. Бынан ете йыл элек ул үҙенең эшен асырға батырсылыҡ итә һ