Быйылғы йылдың 31 мартына тиклем Рәсәй Финанс министрлығы, Рәсәй банкы, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте 1 - 9-сы класс уҡыусылары өсөн финанс белеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы уҙғара. Был хаҡта Башҡортостан Финанс министрлығы хәбәр итте. Олимпиаданың маҡсаты – уҡыусыларҙы финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре менән таныштырыу, эшҡыуарлыҡ темаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу. - Олимпиада 2017 - 2023 йылдарға Рәсәй Федерацияһында финанс белемде арттырыу буйынса стратегияны үтәү сиктәрендә уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн заманса браузеры һәм интернетҡа сығыу мөмкинлеге булған компьютер йәки планшетҡа эйә булыу етә, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова. Конкурс эштәре реаль тормошҡа яҡынлаштырылған һәм уҡыусыларҙа шәхси финанстар менән идара итеү, шәхси бюджетты планлаштырыу һәм мутлыҡ осраҡтарын иҫкәртеү өлкәһендә компетенциялар булдырыуға булышлыҡ итә. Олимпиадала ҡат