Салауат ҡалаһында тағы бер сәләмәтлек маршруты асылды. Бынан алда ошондай уҡ маршрут Нефтекамала булдырылғайны. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ландшафтты дөрөҫ планлаштырыу йәйәүлеләрҙең күпселеген ғәҙәттәге тротуарҙан түгел, ә ҡаршылыҡтар булдырылған ҡатмарлы маршруттан йөрөргә мәжбүр итә. Ә был, һис һүҙһеҙ, сәләмәтлек өсөн файҙалы. Президент гранттары фонды ярҙамында “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” йәмәғәт ойошмаһы төбәктәрҙә “Һәр муниципалитетҡа – сәләмәтлек маршруты” проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, сәләмәт тормош алып барыу буйынса инструкторҙар уҡытыла, йәйәү йөрөүселәр командалары төҙөлә. Проект муниципаль кимәлдә инфраструктураны үҫтереү һәм сәләмәт тормошто һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, йөрөү буйынса Бөтә Рәсәй муниципаль ярыштарында ҡатнашыу өсөн командалар төҙөлә. Проект Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сәләмәтлекте нығытыу программаларындағы тәҡдимдәренә таянып эш итә, маршруттың ҡатмарлығы, оҙонлоғо, яҡтыртылыу кимәле иҫәпкә