13 мартта Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ирандың сәнәғәт, шахта һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәммәд Мусави һәм Ирандың Меркези провинцияһы губернаторы Фәрзәд Мохлес Әл-Әэма журналистар менән әңгәмәлә төбәк делегацияһының Иран Ислам Республикаһына ике көнлөк сәфәренә йомғаҡ яһанылар. Хәбәрселәр Радий Фәрит улынан Иран менән Башҡортостандың бөгөнгө мөнәсәбәттәре һәм киләсәктә уларҙы нисек күреүе тураһында һораны. – Иран Ислам Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы мөнәсәбәттәре, Башҡортостан менән Иран хеҙмәттәшлеге кеүек үк, күптәнге тарихҡа эйә. Хәҙер беҙгә үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытырға һәм әүҙемләштерергә кәрәк. Бының өсөн тейешле бөтә шарттар бар. Беҙ Ирандың һуңғы йылдарҙа нисек үҫешеүен, технологиялар, сәнәғәт, ауыл хужалығында ниндәй уңышлы аҙымдар яһауын күрәбеҙ һәм ихтирам менән ҡарайбыҙ. Башҡортостан һәм Иран иҡтисадының төҙөлөшөндә күп оҡшашлыҡ күҙәтелә. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең хеҙмәттәшлекте тулыландыра алырлыҡ күп кенә үҫеш йүнәлештәре бар, – тине ул. – Баш