Ғалимдар Октябрьский һәм Боҙло мәмерйәләре араһында мәмерйә булыуын күптән күҙаллаһа ла, был асышты быйылғы йылдың тәүге географик табышы тип атарға була. – Был асыштың тарихы алыҫ 1976 йылда башлана. Октябрьский ҡалаһынан спелеологтар осраҡлы ғына рәүештә шахтаға инеү урыны таба. Махсус ҡорамалдары булмағас, төшә алмайҙар һәм Өфө спелеологтарына хәбәр итәләр. Улар шунда уҡ бөтә кәрәкле ҡорамалдарын алып килә. Тәүҙә 80 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡ аша үтәләр, уны өйрәнәләр. Артабан мәмерйә табыла. Әле шул йылдарҙа Киндерле, Октябрьский, Леднев мәмерйәләренең ҙур спелеосистема тәшкил иткәнен дәлилләйҙәр. Рафаил Низаметдинов, Анатолий Афанасьев мәмерйәләрҙе өйрәнеүгә күп көс һәм ваҡыт сарыф итә. Николай Лазарев һәм Сергей Рычагов алты йыл дауамында был мәмерйәләрҙе өйрәнә, яңы юлдарын таба. Октябрьский мәмерйәһен өйрәнеүгә улар ике йыл самаһы ваҡыт сарыф итә, уның өйрәнелгән оҙонлоғо 4 296 метрға етә. Яңы асышҡа илткән экспедицияла 14 кеше ҡатнаша. Бер төркөм – Боҙло, икенсеһе Октябрьский мәмерйәһенән бер-береһенә ҡаршы сыға һәм уларҙы тоташтырып торған урынды таба, – тип һөйләне В. Нассонов исемендәге спелеоклуб етәксеһе Наталья Рычагова. Ғалимдарҙы алда яңы асыштар көтә. Киндерленең Рәсәйҙең иң ҙур мәмерйәләр иҫәбенә инеүе ихтимал. Әле ике мәмерйәһенең оҙонлоғон өҫтәһәң, 20 километрҙан ашыу, әммә был һандың һиҙелерлек артырына ышана спелеологтар. Яңы асылған Октябрьский – Боҙло мәмерйәләр системаһы әлеге ваҡытта Уралдағы иң оҙон мәмерйәләр исемлегендә – етенсе һәм Башҡортостанда дүртенсе урынды биләй. Бындай асыш яһаған спелеологтарҙы ҡотлайбыҙ һәм яңы асыштарҙа уңыштар теләйбеҙ, улар оҙаҡ көттөрмәҫ тип ышанабыҙ. Л. ҒАФАРОВА