Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тормошобоҙға дәрт-дарман, яңы һулыш өҫтәп тора. Шундай талант эйәләренең береһе тураһында Әлшәй районы Себенле ауылы мәҙәниәт йортоноң "Бәйләнештә"ге төркөмөндә яҙылды. "...Ә шулай ҙа, йәшлек үтте тиеп,Гармунымды ташлап китмәм, юҡ.Тынмаһын ул бөгөн, иртәгә лә,Тыуыр яҙҙарҙа ла тынмаһын!Ҡулдарында көллө быуындарҙыңГүзәллекте маҡтап йырлаһын!Был тиклем дә һөймәҫ инем бит минАҡ ҡайынлы ауылым буйҙарын,Был тиклем дә, бәлки, гүзәллеккәЫнтылмаҫ та ине уйҙарым,Баҫалмаһам әгәр гармун телен,Аңламаһам гармун күңелен!Гармун аша артыҡ иртә белдемЙырһыҙ йәшәү — йәшәү түгелен". (Рафаэль Сафиндың "Гармунсы" поэмаһынан өҙөк).Был шиғыр юлдары Себенле мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Дим ынйылары" фольклор төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ гармунсыһы Минзәлә Рәшит ҡыҙы Юнысова тураһында ғына кеүек!" - тиелә Әлшәй районы Себенле ауылы мәҙәниәт йортоноң "Бәйләнештә"ге төркөмөндә. Ауылдарҙа моңдо һүндермәгән гармунсыларға ижади балҡыш, дәрт-дарман теләйбеҙ. Видео: Себенле мәҙәниәт йорто төркөмө. Фото: видеонан скриншот.