Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, үҫеш ҡоралы булып ҡалһын"

Башҡортостан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ғалимдар командаһы Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетында “Туған тел – халыҡ рухы” темаһына күсмә оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Университеттың был филиалында төрлө милләт студенттары белем ала: башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, мордвалар, әзербайжандар, тажиктар, ҡырғыҙҙар һәм башҡалар. Был сарала уҡыу йортоноң тамашалар залында күп телдәрҙә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны, студенттар халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы. “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе исеменән студенттарҙы төбәк бүлексәһе рәйесе, филология фәндәре докторы Һәм Башҡортостандың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне һәм йәштәргә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы закондың тормошҡа ашырылыуы һәм төбәктең милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә граждандар йәмғиәте институттарының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Студенттар алдында шулай уҡ филология фәндәре докторҙары, Башҡортостадың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Йәмғиәте Советы ағзалары Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны. “Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур иғтибар бүленә. 2017 йылдан ойошма менән филология фәндәре докторы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина уңышлы етәкселек итә, ул былтыр, 2022 йылда, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе итеп һайланды. “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы илдең яңы ойошмаһы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 13 ноябрендәге 701-се Указын үтәү маҡсатында дәүләт милли сәйәсәтен камиллаштырыу, Бөтә Рәсәй гражданлыҡ үҙенсәлеген һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә Ассамблея бүлексәләрен үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла. – Туған тел – ул халыҡ тарихы, цивилизация һәм мәҙәниәт юлы. Туған телебеҙ һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле. Туған телебеҙҙә телебеҙ асыла һәм иң асыҡ фекерҙәребеҙҙе әйтәбеҙ. Был нигеҙҙә бөтә кешеләр шәхес булып өлгөрә һәм ул беҙҙе ғүмер буйы көйләп тора. Ул - үҙеңде, тарихыңды, мәҙәниәтеңде, һәм иң мөһиме, башҡа кешеләрҙе, уларҙың бөтә үҙенсәлектәрен хөрмәт итергә өйрәтеү ысулы. Тел һәр ваҡыт көслө һәм ҡеүәтле аралашыу ҡоралы ғына түгел, үҫеш ҡоралы булып ҡалһын, – тип билдәләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси архивынан.