25 мартта Асҡын районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ағзалары, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – биләмәләрҙе инфраструктура йәһәтенән үҫтереү, инвестиция мөхитен яҡшыртыу, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, халыҡ менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре. Республика етәксеһе, семинар эшен асып, муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙем эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. – Һеҙҙең һәр берегеҙгә, коллегаларыма, бының өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Һеҙ Донбассҡа бараһығыҙ, яугирҙәр менән осрашаһығыҙ, үҙ райондарығыҙҙағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә бараһығыҙ, күп мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Бөгөн был бөтә идара итеү командаһы өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡарары буйынса илдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы фонды булдырыла. Бер ай эсендә ул беҙҙең респ
Радий Хәбиров республиканың идара итеү командаһына өҫтөнлөклө бурыстарҙы еткерҙе
25 марта 202325 мар 2023
2 мин