“Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы һуңғы аҙнала Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфө районы предприятиеларында булды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Сәфәр сиктәрендә профилле ведомстволар вәкилдәре Стәрлетамаҡтың “БашЭко” (ағас эшкәртеүҙән ҡалған ҡалдыҡтарҙан яғыулыҡ гранулдары һәм брикеттар етештереү), “Эколь” (көнкүреш химияһы етештереү) һәм “Велес “Индустриаль технопаркы” предприятиеларында булды. Салауатта “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы “Аркада” (күмәк һөнәр эйәләре өсөн махсус кейем тегеү производствоһы), “БК Текстиль” (трикотаж изделиелар етештереү), “Благосыр” (йомшаҡ, тоҙло һәм ҡаты сырҙар етештереү), Кононов Александр Владимирович шәхси преприятиеһы (ит ризыҡтарын етештереү), “Каскад” (ҡымыҙ етештереү) предприятиеларында булды. Өфө районында – Аделина Раушан ҡыҙы Йәнгирова (ҡымыҙ етештереү), “Уралагро” (иген етештереү), “Агрогусь Урал” (ҡаҙҙар үрсетеү, ҡош итенән продукция етештереү) крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары предприятиелары, “Дары Урала” ауыл хужалығы ҡу