Теләһә ниндәй аҙыҡты ла оҙайлы ваҡыт һәм дөрөҫ итеп һаҡламаһаң, ул үңәҙ (плесень) менән ҡаплана. Уны ашау һәм хатта еҫкәп ҡарау ҙа хәүефле, бының һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе ихтимал. Аҙыҡта бәшмәктәрҙең барлыҡҡа килеүе уның серей башлауы тураһында һөйләй, тимәк унда патогенлы микробтар һәм бактериалар үҫешкән. Боҙолған ризыҡты ашау: аллергия реакцияларына, паразиттар йоҡтороуға, аш һеңдереү боҙолоуға, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге ағыуланыуға, бауырҙың ҡатмарлы йәки кире ҡайтмаҫ зарарланыуына, ашҡаҙандан эске ҡан килеүгә, бөйөр йәки үпкә эшендәге боҙолоуға килтереүе ихтимал. Ябайлаштырып әйткәндә, үңәҙҙе ашау – үҙеңдең хәлеңде насарайтыу йәки хроник сирҙәрҙе киҫкенләштереү тигәнде аңлата. Дауалауы ауыр һәм өҫтәмә эффекттарға эйә булған сальмонеллез йоҡторорға ла була. Ваҡытында ашылмаған һөт ризыҡтарында, иттә һәм консерваларҙа ботулизмға сәбәпсе токсин булыуы мөмкин – был сир бик тиҙ үҫешә һәм ғүмер өсөн хәүефле. Ә иң ҡурҡынысы – өс йөҙҙән дә кәм булмаған ағыулы үңәҙ берләшмәләре, микото