Найти в Дзене

Уйынсығын алам тип кенә ынтылған...

Кисә Мәсетле районының Аҙанғол ауылында булған насар хәл тураһында хәбәр иткәйнек. Бында өс йәшлек ҡыҙ бала өйө янындағы күләүектә батып үлде. Бөгөн Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты был хәлгә ҡарата аныҡлыҡтар индерҙе. Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай күп балалы имен ғаиләлә тәрбиәләнгән. Тышҡа уйнарға тип ул үҙенең өлкән ағай-апайҙары менән сыҡҡан. Ә күләүеккә килгәндә, ул ирегән ҡар һыуҙарынан барлыҡҡа килгән һәм соҡор урынға йыйылған. Уйнап йөрөгән саҡта ул туңған булған. Бала унда үҙенең уйынсығын төшөрөп ебәргән һәм алырға тип ынтылған саҡта йығылған. Һыуға батҡан баланың кәүҙәһен атаһы һөйрәп сығарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмайҙар. Урынға саҡырылған табиптар баланың үлгәнен теркәй. Фажиғә ваҡытында сабыйҙың ата-әсәһе өйҙә булған, әсә кеше декрет ялында тип билдәләнә. Сентябрҙә уға дүрт йәш тулырға тейеш ине. – Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, баланың тәнендә бер ниндәй ҙә йәрәхәттәр юҡ. Тикшереү барышында һыу ятҡылығының тәрәнл

Кисә Мәсетле районының Аҙанғол ауылында булған насар хәл тураһында хәбәр иткәйнек. Бында өс йәшлек ҡыҙ бала өйө янындағы күләүектә батып үлде. Бөгөн Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты был хәлгә ҡарата аныҡлыҡтар индерҙе. Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай күп балалы имен ғаиләлә тәрбиәләнгән. Тышҡа уйнарға тип ул үҙенең өлкән ағай-апайҙары менән сыҡҡан. Ә күләүеккә килгәндә, ул ирегән ҡар һыуҙарынан барлыҡҡа килгән һәм соҡор урынға йыйылған. Уйнап йөрөгән саҡта ул туңған булған. Бала унда үҙенең уйынсығын төшөрөп ебәргән һәм алырға тип ынтылған саҡта йығылған. Һыуға батҡан баланың кәүҙәһен атаһы һөйрәп сығарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмайҙар. Урынға саҡырылған табиптар баланың үлгәнен теркәй. Фажиғә ваҡытында сабыйҙың ата-әсәһе өйҙә булған, әсә кеше декрет ялында тип билдәләнә. Сентябрҙә уға дүрт йәш тулырға тейеш ине. – Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, баланың тәнендә бер ниндәй ҙә йәрәхәттәр юҡ. Тикшереү барышында һыу ятҡылығының тәрәнлеге бер метрға етеүе билдәләнде. Тәфтишселәр фажиғәгә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлауын дауам итә, – тип хәбәр иткәндәр Тәфтиш комитеты. Фото: mkset.ru