Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был сир миллионлаған ғүмерҙе өҙҙө, тағы дауам итә

Был сир миллионлаған кешенең ғүмерен өҙҙө һәм өҙөүен дауам итә. Ул бер кемде лә - билдәле лә, ябай ҙа кешеләрҙе аямай. Яҙыусы Антон Чехов, рәссам Амедео Модильяни, актриса Вивьен Ли һәм башҡа исемдәре тотош донъяға таныш кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған ул. Бөгөн, 24 мартта, билдәләнгән Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса 1882 йылда булдырылған. Был сир менән донъяла йыл һайын һигеҙ миллион самаһы кеше зарарлана, ике миллионы вафат була. Сир таралыуын киҫәтеү өсөн йәшәү рәүешен дөрөҫ алып барыу, ваҡытында прививкалар яһатыу мөһим. Был сир, нигеҙҙә, үпкәне зарарлай, быуын-һөйәктәргә, күҙгә, тирегә һәм нерв системаһына ла зыян килтерергә мөмкин. Туберкулез – яҡын-тирәләгеләргә хәүеф янаған сир. Имен булмаған тормош шарттары, насар туҡланыу, алкоголизм, тәмәке тартыу, наркомания, стресс, диабет, үпкә сиренең булыуы һәм башҡалар туберкулез барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Микобактериялар – Кох таяҡсалары – сиргә сәбәпсе була. Ә был ауырыуҙы асыҡлау өсөн йыл һайын күкрәк ситлегенә флюорография эшләнә. Был туберкулез ғына түгел, үпкәнең башҡа, тағы йөрәк, яман шеш сирҙәрен асыҡлай. Әгәр эргәгеҙҙә туберкулез менән сирләгән кеше бар икән, йылына ике тапҡыр тикшеренеү үтергә кәрәк. Фото: no-tuberculosis.ru