Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балыҡ йөрәкте һаҡлай

Омега-3 май кислотаһына бай балыҡ аҙыҡтарын даими ашаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәк эшмәкәрлеге менән бәйле проблемалары булмай тиерлек, тип иҫбатлай донъяның танылған белгестәре. Тикшереүҙә 15 йәштән 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ ҡатнаш­ҡан. Асыҡланыуынса, балыҡты һирәк ашаған йәки бер ваҡытта ла аша­маған аҫыл зат вәкилдәре был аҙыҡты даими ҡулланғандарға ҡарағанда ике тапҡырға йышыраҡ сиргә дусар була икән. Балыҡ ашарға яратмаған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефе уны аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланғандарға ҡарағанда 90 процентҡа юғарыраҡ. Ә балыҡ, ысынлап та, йөрәк өсөн файҙалы бул­һын тиһәгеҙ, уны аҙналыҡ ра­цион­ға кәм тигәндә ике тапҡыр инде­регеҙ, тигән кәңәш бирә белгестәр. Динә АРЫҪЛАНОВА