ҠУҘЫ Осор башында тулыһынса эшкә сумырһығыҙ, моғайын. Мәшәҡәттәргә бирелеп, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында онотоуығыҙ ихтимал. Ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһағыҙ, мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы мөмкин. БУҒА Ярайһы уҡ тыныс осор көтөлә. Етди үҙгәрештәр ҙә, мөһим ваҡиғалар ҙа булмаҫ кеүек. Аҙна уртаһында аралашыуға ихтыяж артыр. Шулай ҙа сит кешеләр араһындағы низағтарҙа ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ. ИГЕҘӘКТӘР Осор һәүетемсә үтер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, хәлде үҙгәртергә тырышмағыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләргә тотонмағыҙ. Әле һеҙҙең өсөн киләсәкте күҙаллау, мөһим аҙымдарҙы кисектереү мәле. Иң яҡшыһы – башҡарылған эшегеҙҙең һөҙөмтәһен көтөү. ҠЫҪАЛА Аралашыуға әүәҫлегегеҙ был аҙнала бик файҙалы булмаҡсы. Яңы танышлыҡтар, бәйләнештәр, мөмкинлектәр барлыҡҡа килер, моғайын. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт яйға һалыныр, абруйығыҙ бермә-бер артыр. Килешеүҙәр төҙөү өсөн аҙна аҙағы ҡулай күренә. АРЫҪЛАН Осор башында әүҙемлегегеҙ артыр, моғайын. Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалығы