Ураҙаны нисек тотоу тураһында һүҙ сыҡҡанда, диндарҙар тәү сиратта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошон өлгө итеп күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙҙең башҡарғаны, әлбиттә, ябай әҙәм балалары өсөн көс еткеһеҙ. Ул, һәр ваҡыттағыса, ныҡ күп эшләгән, ғәрәп илендәге эҫелектә ураҙа тотоу менән бер рәттән пәйғәмбәрлек вазифаһын бөтөн тулылығында үтәгән. “Рамаҙан айында Ислам ғәмәлдәренә, Ҡөрьәнгә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырыр ине, – тип хәтерләр булған ҡатыны Ғәйшә. – Айҙың һуңғы төндәрен мәсеттә ғибәҙәттә үткәрә торғайны”. “Ҡөрьән Кәрим”дә: “Эй, иманлы бәндәләр, һеҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәләнең пәйғәмбәре – ҙур өлгө. Кем дә кем Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде Раббыбыҙҙың рәсүле тип таныһа, Ҡиәмәт көнөнә ышанһа, был аҙаҡ иҫәпкә алыныр”, – тиелгән. Тимәк, үҙ тормошо аша өммәтенә Ҡөрьән буйынса йәшәү үрнәген күрһәткән, һәр хәрәкәтенән, йөрөш-торошонан Аллаһ һүҙенең тәфсире сағылған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәте булараҡ, беҙ изге айҙы уның өлгөһөндә үткәрергә тейешбеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”де, хәҙистәрҙе өйрәнергә