Кешеләрҙең тән тиреһе йылыға ҡарағанда һыуыҡҡа һиҙгерерәк. Был тиренең бер квадрат сантиметрына һалҡынды тойоусы уртаса 12-15 һиҙгер нервы нөктәһе тура килеүе менән аңлатыла, бары ике нөктә генә йылыны һиҙә. Йәйен үтә елдең дә тымау тейеүенә, йүткереүгә килтереүе ихтимал. Өҫтәүенә беҙҙең тәнебеҙ – микробтар өсөн уңайлы ятаҡ. Организмдың яҡлаусы көстәре уларҙың үрсеүен тотҡарлай һәм һөжүмгә ҡаршы тора. Ниндәйҙер көслө йоғонто һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, һалҡын тейгәндә яҡлаусы көстәр йомшара, сир таратыусы микробтар әүҙемләшә. Был хәлдең хроник сирҙәрҙе киҫкенләштереүе, ринит йәки тонзиллитҡа килтереүе, хатта отит һәм ангинаға юлыҡтырыуы, бәүел ҡыуығының һәм бөйөрҙөң ялҡынһыныуы ихтимал. Динә АРЫҪЛАНОВА