Гөлнара шәхси клиникала шәфҡәт туташы булып эшләй. Күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине, көтмәгәндә шаулы ҡаланың урам сатында осрашырға тура килде. Ире менән уларҙы күреп, ҡапыл албырғап ҡалдым: Гөлнара инвалид коляскаһында ултырған Рөстәмде этеп килә ине. Хәлдәрен белмәй инем. “Уй Аллам, нимә булып ҡуйҙы?” тигән йәлләүес һорау иргә оҡшаманы, ҡарашын ситкә күсерҙе. “Эшендә ҡазаланды”, – тип уның өсөн Гөлнара яуап бирҙе. Уңайһыҙ хәлде яйлау өсөн, шылтыратып һөйләшергә килешеп, тиҙ генә хушлаштыҡ. Был ғаилә менән бер мәл күршеләр булып йәшәп алғайныҡ. Икеһе лә эшсән, матур холоҡло, бына тигән кешеләр, тик ниңәлер үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә һалҡынлыҡ һиҙелгән кеүек тойола ҡайһы саҡта. Минән арыу уҡ йәш булһа ла, Гөлнара менән уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Бер мәл икәүләп сәй эсеп, хәл-әхүәл һөйләшеп ултырғанда ул, асылып китеп, сере менән уртаҡлашҡайны. – Студент саҡта бер егет менән дуҫлашып киттек. Шундай ипле, алсаҡ, аҡыллы. Татыу ғаиләлә матур тәрбиә алған. Арабыҙ боҙолорлоҡ бер сәбәп тә юҡ кеүек ине. Бер көндө әхирәтем тыуған көнөнә саҡырҙы. Ул бер туған апаһы менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй ине. Егетем менән икәүләп барҙыҡ. Ҡунаҡтар әллә ни күп булманы, гөрләшеп, уйнап-йырлап, күңелле генә ултырҙыҡ. Тәүге ҡунаҡтар ҡайтабыҙ тигәс, әхирәтем оҙатып сығырға булды. Мине лә үҙе менән саҡырҙы. “Әйҙә, магазинға барып етеп, тағы һут алайыҡ әле, өҫтәлдә һут бөттө”, – тигәс, ризалаштым. Беҙ ҡунаҡтарҙы оҙатып, магазиндан ҡайтып ингәндә егетем менән әхирәтемдең апайы сөкөрҙәшеп сәй эсә ине. Тегеһенең теле телгә йоҡмай, минең егет ауыҙын асып тыңлай. Беҙгә, дөрөҫөрәге миңә, иғтибар иткән кеше лә юҡ. Ҡунаҡтан ҡайтышлай һүҙгә килештек. Ошо хәлдән һуң арабыҙ кинәт һыуынды. Ике-өс ай үтеүгә әхирәтемдең апаһы менән һөйгәнемдең өйләнешеүен ишеттем. Әлбиттә, ныҡ ҡыйын булды. Әхирәт тә әхирәт булыуҙан туҡтаны, сөнки теге көн ул апаһының һорауы буйынса мине магазинға алып сығып киткән булған. Бына шулай, егетһеҙ ҙә, әхирәтһеҙ ҙә ҡалдым. Ваҡыт үтеп, күңел яралары бер аҙ төҙәлгәс, Рөстәмде осратып, кейәүгә сыҡтым. Әммә уңдым, тип әйтә алмайым. Ситтән ҡарағанда барыһы ла яҡшы кеүек, тик тәүге мөхәббәтемде онотоп булмай. Ә тегеләр бәхетле йәшәй, икеһе лә шәп кенә урында эшләй тиҙәр. Уларҙың “Бәйләнештә”, “Инстаграм”дағы сәхифәләрен ҡарап, хәлем бөтә. Бергә төшкән фотоларын ҡуялар, ҡайҙа ғына ял итергә йөрөмәйҙәр, тыуған көндәрендә бер-береһенә иҫ киткес ҡотлауҙар яҙышалар. Былар барыһы ла кешегә күрһәтеү өсөн эшләнәме, әллә ысынлап та мөнәсәбәттәре шул тиклемме икән, тип хайран ҡалам. Күпме үҙемә һүҙ биргәнем бар: шуларҙың тормошон күҙәтмәҫкә, үҙ тормошом менән йәшәргә тип, юҡ, интернетҡа инеү менән элекке егетем менән ҡатынының яңылыҡтарын ҡарарға ашығам. Әгәр теге саҡта ошо ҡатын беҙҙең араға инмәһә, бөгөн уның урынында мин булыр инем, шулай балда, майҙа йөҙөп, бәхетле йәшәп ятыр инем, тип уйлап эсем бошоп ала йыш ҡына... – тип һөйләгәйне Гөлнара. – Эй туғаным, булмаҫтайға ҡыҙығып, ҡыҫыр өмөткә алданып, яныңдағы бәхетеңдең ҡәҙерен белмәй йәшәп ятаһың бит. Кеше интернетҡа нимә генә ҡуймаҫ! Әллә уларҙың тормошо һәр ваҡыт ал да гөл тип уйлайһыңмы? Улай булмай ул. Ошо бәхетеңә шөкөр ит: ирең уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ, бына тигән һөйкөмлө балаларығыҙ бар... – Шулай ҙа ул... Тик төҙөүсенең эш хаҡына улар кеүек йәшәп булмай. Бергә йәшәүебеҙгә нисәмә йыл тигәндә былтыр тәүгә диңгеҙ буйына барып ҡайттыҡ. Уныһында ла кешеләр шикелле дүртәр-бишәр йондоҙло ҡунаҡханала туҡталманыҡ, ябай ғына йорттан ҡуртымға бүлмә алдыҡ. Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырайыҡ тип, үҙ хәлебеҙсә генә сәйәхәт ойошторҙоҡ. – Гөлнара, күптәр бына ошо һинеке кеүек үҙ яйына аҡҡан тормош, ошондай ябай ғына бәхетле ғаилә тураһында хыяллана, ә һин булғандың ҡәҙерен белмәйһең ахыры... – Әллә инде... Айырылырға ла ҡуйырғамы икән тип тә уйлап ҡуям. – Ауыҙыңдан ел алһын! Үкенергә тура килмәһен... Бына ошондай һөйләшеү булғайны беҙҙең арала ул саҡта. Унан инде, күп тә тормай, юлдар айырылды. Оҫта ҡуллы Рөстәм шәхси йортон төҙөп бөтөүгә күршеләребеҙ ҡуртымға алып йәшәгән фатирҙан күсеп китте. Яңы өйҙәрендә булып, күп һөйләп бармаған мыштым ғына Рөстәмдең ысынлап та алтын ҡуллы булыуын үҙ күҙебеҙ менән күреп, хайран ҡалып ҡайттыҡ. Йортон сынъяһау итеп төҙөгән, һәр нәмә уйлап эшләнгән ине. Гөлнараһы ла – бик уңған, егәрле, аш-һыуға оҫта хужабикә. Артабан инде элекке күршеләр менән аралашыу һирәк-һаяҡ шылтыратып, хәл белешеүгә ҡайтып ҡалды. Әлеге осрашыу булған көндөң кисендә Гөлнара үҙе шылтыратты. Баҡтиһәң, Рөстәм төҙөлөштә өсөнсө ҡаттан ҡолап төшөп, бик ауыр йәрәхәт алған икән. Айға яҡын дауахананың реанимация бүлегендә ятҡан. – Эй апай, ниҙәр аша үткәнде, ниҙәр кисергәнде бер Хоҙай ғына беләлер. Табиптар башта “бер нимә тип өмөтләндерә алмайбыҙ”, тип тик торҙо. Шулай ҙа рәхмәт инде уларға, мөмкин булғандың барыһын да эшләнеләр. Ике ай тигәндә дауахананан сыҡты Рөстәм. Шөкөр, иң ҡурҡыныс көндәр артта ҡалды. Уның һауығыуын һорап, Хоҙайҙан ялбармаған көнөм дә, төнөм дә булмағандыр. – Әлеге ваҡытта хәле нисек һуң? Аяҡҡа баҫырына өмөт бармы? – Бар, әлбиттә! “Иҫән ҡалһа ла, түшәктән тора алмаҫ”, тигән табиптарҙы аптыратып, өс ай тигәндә атлай башланы! Әле өй эсендә яйлап ҡына йөрөй. Дауалаған белгестәр уның организмының ныҡлығына, үҙенең ныҡышмалылығына һоҡланып бөтә алмай. Бөгөн дә дауаханаға үҙем атлап барам тип ҡырталаша ине, рөхсәт итмәнем. Инвалид коляскаһында йөрөүҙе нисектер ҡыйынһына, кешеләр йәлләп ҡараған кеүек, ти. Һеҙҙе күргәс тә уңайһыҙланды, шуға һөйләшмәне лә ҡуйҙы бит. – Ярай, һауығып китһен, Алла бойорһа! Афаринһығыҙ икегеҙ ҙә, ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы бергәләп йырып сығып киләһегеҙ. – Эйе. Иҫләйһегеҙме, бер мәл мин студент саҡтағы мөхәббәтем тураһында һөйләгәйнем. Был һынауҙы Хоҙай эргәмдәге кешенең минең өсөн кем булыуын аңлау, ошо бәхетемдең ҡәҙерен белеү өсөн ебәргәндер тием. Рөстәм реанимацияла ятҡанда бөтә тормошом тураһында уйландым. Ысынлап та, ҡыҫыр өмөткә алданып, ялған ҡояштың яҡтылығына ымһынып йәшәгәнмен икән. Ә бит бер мәл айырылышырға ла уйлап бөткәйнем. Ярай ҙа, шул аҙымға бармағанмын: үҙемде бәхетһеҙ, балаларымды атайһыҙ итер инем. Алтын кеүек ирем барлығын хәҙер килеп аңланым инде... Гөлнара менән Рөстәм өсөн ихлас күңелдән ҡыуандым. Әлбиттә, ауыр йәрәхәт алып, күпме һыҙланыу аша үтергә тура килгән ирҙе эстән генә йәлләнем дә, уның рух ныҡлығына һоҡландым да. Ә Гөлнараға килгәндә, ысынлап та, беҙ ҡай саҡта юғалтмайынса булғандың ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ шул... - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА