Найти тему

Учалыға уҡырға килегеҙ

Учалы яғын таланттар төбәге тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Райондан сыҡҡан билдәле йырсылар, бейеүселәр, сәнғәт эшмәкәрҙәре республиканы данлай, бихисап ижади коллективтар, ансамблдәр ҙә уңышлы эшләй. Бындағы дүрт тиҫтәнән ашыу коллективтың “өлгөлө”, “халыҡ” исемдәрен йөрөтөүе лә күп нәмә тураһында һөйләй түгелме? Һәләтте үҫтерергә лә кәрәк Кемдер төбәктә йыр-моңға ма­һир халыҡтың йәшәүен был яҡтар­ҙың мөһабәт тауҙарға, зәңгәр күл­дәргә, ҡуйы урмандарға бай һоҡ­ланғыс тәбиғәте менән бәйләй. Бәлки, шулайҙыр. Әммә тәбиғәттән бирелгән һәләтте үҫтерергә, камил­лаштырырға, профессиональ ки­мәлгә еткерергә лә кәрәк. Тап ошо бурыстарҙы Учалыла урынлашҡан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уңышлы башҡара. Әйтергә кәрәк, был уҡыу йорто элек-электән республиканың көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондары, күрше Силәбе өлкәһе йәштәре өсөн төплө һөнәр һәм тормош һабаҡ­тары биргән, ҡаҡшамаҫ традициялары булған ҡеүәтле учреждение булып тора. 1972 йылда асылған уҡыу йорто тәүҙә музыка училищеһы тип йөрө­төлә. Беренсе йыл өс бүлеккә уҡырға ни бары 50 студент ҡабул ителә. Ике ай эсендә уҡыу йортонда симфоник оркестр һәм хор ойошторола. Шулай итеп, Бөйөк Октябрь революцияһының 55 йыл­лығына арналған тантанала учалылар беренсе тапҡыр “тере” классик музыка ишетә. Шунан алып уҡыу йорто үҫеш кисерә – яңы бүлектәр асыла, уҡыу йортоноң матди-техник базаһы нығына, студенттар һаны арта. 2015 йылдан Учалының бәрә­кәтле ерендә тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхес, мәшһүр башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөткән учреждениела бөгөн “Инструменталь башҡарыу”, “Вокал сәнғәте”, “Яңғыҙ һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу”, “Хор менән дирижерлыҡ итеү”, “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре”, “Хореографик ижад” бүлектәрендә 200-гә яҡын студент 11 һөнәр буйынса белем ала. Колледжда шулай уҡ өҫтәмә һөнәр алыу бүлеге лә бар, атап әйткәндә, студенттар параллель рәүештә икенсе һөнәргә лә уҡый ала. 50 йыл эсендә колледж ике меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Улар балалар баҡсаларында, сән­ғәт мәктәптәрендә, төрлө уҡыу йорттарында музыканан уҡыта, клубтарҙа, мәҙәниәт усаҡтарында ижади коллективтарҙы етәкләй. Йыл һайын сығарылыш уҡыусы­ларының 25-30 проценты Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Өфө, Магнитогорск, Ырымбур, Сибай юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Ғөмүмән, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаусылар республикала һәм унан ситтә уңышлы эшләй. Күптәре Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры­ның, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, БР Дәүләт академия хор капеллаһының, Өфө, Нефтекама, Сибай, Учалы филармо­нияларының ижади коллективтарында хеҙмәт юлын үтә, ижади ҡаҙаныштар яулай. Миҫал өсөн, уҡыу йорто үҙенең уҡыусылары, бөтә республикаға билдәле сәхнә оҫталары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Диана Ишниязова, Ранис Алтынбаев, Марат Яҡупов, Фәрхәт Хәки­мов, Эльвира Муллағолова һәм башҡалар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Күп кенә сығарылыш уҡыусы­ларының юғары белем алып, туған коллективына әйләнеп ҡайтыуы иһә бында быуындар күсәги­леш­ле­ге, йолаларҙы һаҡлау кеүек тө­шөнсәләргә етди ҡарауҙарын иҫ­бат­лай. Һандарға килгәндә, колледж уҡытыусыларының 51 проценты – Учалы музыка училищеһы­ның элекке сығарылыш уҡыусы­лары. Заман менән бергә Студенттар һәм уҡытыусылар ҙа әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара, колледжда “Уралым” халыҡ инструменттары оркестры, “Камертон” академик хоры, “Ҡойон” бейеү ансамбле һәм башҡа төрлө йүнәлештәге тиҫтәгә яҡын төркөм­дәр ойошторолған. Учалылағы бер концерт та, тантана ла улар ҡат­наш­лығынан тыш уҙмай. Йәш артистар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурс-фестивалдәрендә лә үҙҙәрен күрһәтеп, юғары ҡаҙа­ныштарға өлгәшә. Мәҫәлән, “Ҡо­йон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле йыл һайын “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында алдынғылыҡты бирмәй, “Алтын даға” республика конкурсында “Тере шишмә” фольклор ансамбле гран-при яулаған. Заман менән бергә атлаған уҡыу йортонда төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Колледждың “Рәсәйҙең төп мәҙәни учреждениелары” милли реестрына индерелеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Буласаҡ һөнәр серҙәренә сту­дент­тарҙы юғары квалификациялы, тәжрибәле уҡытыусылар төшөн­дөрә. Колледжда “Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә педагогтар Айгөл Ғимазет­динова, Александр Беляев, Тәфти­зан Зәйнышев; Башҡортостандың мәғариф отличниктары Людмила Малышкина, Эльза Кайбышева эшләй. Шулай уҡ, Гөлнәзирә Сәр­вәлиева, Ольга Шалагина, Альмира Илһамова, Сергей Алевский, Гөл­наз Ғайсарова, Юлиә Зәйнеше­ва кеүек профессионалдарҙың да һөҙөмтәле эшен телгә алып китмәү мөмкин түгел. Учреждениеның беренсе корпусында Салауат Низаметдинов­тың тормошона һәм ижадына ар­нал­ған музей асылған. Компо­зиторға арналған саралар ҙа йыш үткәрелеп тора. Колледжда милли традицияларҙы һаҡлауға, өйрә­неүгә ҙур иғтибар бүленә. Ижади коллективтар фольклор байрам­дарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша, “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлегендә уҡыу­сылар эштәрен төрлө күргәҙмә­ләргә сығара, тәжрибә уртаҡлаша. Дәрестәрҙән тыш та студенттар ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тормош алып бара – спорт менән шөғөлләнә, район, республика кимәлендәге сараларҙа, ирекмән хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Бында иҫ киткес йылы мөхит, туғандарса мөнәсәбәттәр булдырылған, шуға күрә студенттар берлеге берҙәм дә, татыу ҙа, һөнәри һөҙөмтәләр ҙә шатландыра. Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының матди-техник базаһы ла ныҡлы. Ике уҡыу корпусынан торған учреждениела хореография, ҙур һәм бәләкәй концерт залдары, компьютер класы, китапхана, буфет, медицина кабинеты һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтеү бүлмәһе бар. Ситтән килеп белем алыусы студенттар бар уңайлы шарттар тыуҙырылған дүрт ҡатлы ятаҡта йәшәй. Уҡыу йортона өр-яңы транспорт сараһы ла ҡайтарылған: егерме бер пассажир һыйҙырышлы “Мерседес-Бенс” автобусы БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бүленгән. Был йәштәргә профессиональ йүнәлеш биреү эшен тағы ла киңерәк йәйелдереү, йәнләндереү өсөн ҙур этәргес. – Республиканың Мәҙәниәт ми­нистрлығының, район хакимиәте­нең хәстәрен даими тоябыҙ. Колледж корпустары даими ремонтланып тора – һуңғы бер нисә йыл эсендә тәҙрәләр, ҡыйыҡ яңыртыл­ды, энергияны экономиялаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылды, музыка инструменттары һатып алынды. Беҙҙә төплө белем алып, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләргә теләү­селәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Уҡыу йортоноң абруйын күтәреү, матди базаһын нығытыу, уҡыу процесын камиллаштырыу маҡсатында артабан да тырышасаҡбыҙ, – ти Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының етәк­сеһе Айгөл Ғимазетдинова. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! – Учалы сәнғәт һәм мәҙә­ниәт колледжы быйыл “Инструменталь башҡарыу”, “Вокал сәнғәте”, “Яңғыҙ һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу”, “Хор менән дири­жерлыҡ итеү”, “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре”, “Хореографик ижад”, “Социаль-мәҙәни эшмә­кәрлек” бүлектәренә студенттар ҡабул итә. – Уҡыу йортона төп дөйөм белем нигеҙендә музыкаль әҙерлеге булған һәм булмаған уҡыусылар ҙа ҡабул ителә; – уҡырға ингәндә абиту­риент­тарҙың ижади һәләтен асыҡлау маҡсатында һынау үткәрелә; – ҡабул итеү имтихандары июль айында үтәсәк. Белешмәләр өсөн Учалы ҡалаһы, Ленин Комсомолы урамы, 6-сы йорт буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡабул итеү комиссияһы телефоны: (34791) 6-02-90. e-mail: uiik_priemnaya@mail.ru сайт: http://ukiik.ru. - Г. САЛАУАТОВА