Стәрлебаш районында шайморатовсылар кластары араһында ГТО фестивале ойошторолдо. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ҡышҡы фестивале зона этабында Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарынан ете команда ҡатнашты. Был балаларҙың барыһы ла Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класта белем ала. Улар менән бергә класс етәкселәре һәм хәрби кураторҙар килгәйне. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов сарала ҡатнашҡан шайморатовсыларҙы сәләмләне. – Бөгөн спорт һәм физкультура илебеҙҙең йәш быуын вәкилдәре өсөн мотлаҡ күренешкә әүерелә бара. Спорт аша кеше шәхес булараҡ үҫешә, Тыуған илен яратырға, сәләмәт тормош алып барырға өйрәнә, – тине Рөстәм Камил улы. Шайморатовсылар ГТО нормативтарын “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә тапшырҙы. Улар оҙонлоҡҡа һикерҙе, турникта күтәрелде, йөҙөп күрһәтте, электрон ҡоралдан атып та ҡараны һәм башҡа физик норма күнекмәләрен башҡарҙы. Фестивал