Ҡайһы саҡта шул тиклем булдыҡлы һәм уңған йәштәр осрай: уларҙың эшләгән эштәрен күреп, маҡсат-фекерҙәрен ишеткәндән һуң, ирекһеҙҙән, халҡымдың киләсәге, һис шикһеҙ, өмөтлө һәм яҡты тигән уйға киләһең. Юҡҡа ғына юғары һүҙҙәрҙән башламаным: бөгөн гәзит уҡыусыларҙы таныштырасаҡ ҡыҙ ихласлығы, нурлылығы һәм тырышлығы менән арбаны. Тәүҙә уның тураһындағы мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә таныштыҡ: йорттарын йәмләргә теләгән хужабикәләргә ҡорама юрғандар, түшәктәр, мендәрҙәр тегеп һата, махсус төркөм алып бара икән. Унан инде яҡынданыраҡ аралашыу форсаты табылды: йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшенә тотонған ҡыҙ, ғәмәлдә... юғары белемле химик булып сыҡты. Шулай итеп, таныш булығыҙ: йәш һәм маҡсатлы милләттәшебеҙ, оҫтабикә Зөһрә СОЛТАНҒОЛОВА. – Тамырҙарың, нәҫел-нәсәбең ҡайҙан, Зөһрә? Ҡайҙа белем алдың? – Баймаҡ районының Ҡыуат ауылында тыуып үҫтем. Башланғыс кластарҙа уҡый башлағанда, күрше Әбделкәрим ауылында өр-яңы мәктәп асылды. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡығас, уҡытыусылар шундай аҙымға барҙы – икенсе кластан һуң мине тура шул мәктәптең дүртенсе класына алдылар. Шулай итеп, күрше ауылда туғыҙҙы тамамлағандан һуң, Баймаҡ лицей-интернатында уҡыным. Тәүге ҡарамаҡҡа, һөнәр һайлағанда шигем булманы – Башҡорт дәүләт университетының инженер факультетына уҡырға индем, “инженер-химик, технолог” йүнәлеше буйынса юғары белем алдым, әлеге көндә магистратураның һуңғы курсында уҡыйым, диплом яҙам. – Һөнәрең буйынса химик икәнлегең мәғлүм, мәгәр йәмәғәтселеккә һине ижади булмышың танытҡан. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп үт әле. – Диплом эшем органик химия буйынса ине. Ғәмәлдә был бик ҡыҙыҡ йүнәлеш, ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс фән. Һөнәри үҙенсәлектәрҙе өйрәнә башлаһаң, ҡараштарың даирәһе киңәйә, ябай ғына итеп әйткәндә, йәшәйеш беҙ күргәндән күпкә ҡатмарлыраҡ икәнлегенә төшөнәһең. ...Әле лә хәтеремдә – 2020 йылдың 7 марты ине. Ҡәҙимге студент тормошо менән йәшәп ятҡанда, тотош донъяға коронавирус пандемияһы ябырылды, 9 мартта беҙҙе уҡыу йортонан өйгә ҡайтарып ебәрҙеләр. Тәүҙә – ике аҙнаға, аҙаҡ ошо курсты тамамлағансы, тинеләр, ысынбарлыҡта иһә ошо йылдың ноябренә тиклем өйҙә ултырырға тура килде. Йәй көндәренең береһендә өйҙө йыйыштырып йөрөһәм, әсәйем эшләй башлаған ҡорама япмаға юлыҡтым. “Күҙҙәрем ауырта”, тип эшен ҡалдырып ҡуйған икән. Шул саҡта кинәт башҡа уй килде: мин дә ошоно эшләй алам бит! “Әсәй! Тегергә өйрәт!” – тип ныҡышҡас, тотондоҡ эшкә. Анһат булманы – башта тегеүҙән бигерәк, һүтергә өйрәндем, сөнки тегәм дә, оҡшамаһа, һүтәм, был тағы, тағы ҡабатлана... Ул саҡта еңгәм дә беҙҙә ине – ул тауарҙы матурлап ҡырҡырға өйрәтте. Тырыша торғас, яйлап килеп сыға башланы, һөҙөмтә күренгәс, илһам һәм дәрт тә барлыҡҡа килде. – Мәгәр, тегеү өсөн теләк кенә аҙ – һәләт тә, бәлки, нәҫелдән килгән оҫталыҡ та кәрәктер. Унан, эргә-тирәләге мөхит тә ҡайһы бер ҡарарҙарға тәьҫир итә. Килешәһеңме? – Тегеүгә һәләт – әсәйемдән. Ул Сибай педагогия училищеһын тамамлаған, технология һәм башланғыс класс уҡытыусыһы. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне. Иң ҡыҙығы – мәктәптә уҡығанда ҡул эштәренә бер ҙә ылығыуым булманы, хатта ҡыҙыҡһынмай ҙа торғайным. Бәлки, сыҙамлығым да етмәгәндер. Һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты, күрәһең. Был эшкә тотоноп, бер нисә ай үткәндән һуң, үҙенсәлекле ваҡиға булды: әйтерһең дә, бер ни тиклем ваҡытҡа донъялағы барлыҡ проблемалар, көндәлек мәшәҡәттәр онотолдо, уйланыуҙар, шикләнеүҙәр юғалды, гүйә, мин һәм тегеү шөғөлө генә бар. Бына ошонда күңелемә ятҡан ғәмәлде тапҡаныма инандым. Нимә теләгәнемдең, маҡсаттарымдың дөйөм картинаһы күҙалланғандай булды. Хәҙер иһә төп эшемде башҡарып өйгә ҡайтҡандан һуң, тегеү машинаһы артына ултырам, даими заказдар алам. Өләсәйемә лә ҙур рәхмәт. Тап уның ҡорама юрған-түшәктәрен күреп үҫтем. Ошо эшкә тотонғас, ул беҙгә килһә, кәңәш-фатихаһын бирмәй ҡайтмай хәҙер. Етешһеҙлектәрҙе лә ипләп кенә күрһәтә, эшкә өйрәтә. Тәүге тегә башлаған машинка ла – өләсәйҙеке. Ә инде ныҡлап тотонғас, әлеге лә баяғы шул карантин йылында бәлеш-тәмлекәстәр бешереп һатып йыйған аҡсама тәүге электр тегеү машинкаһын һатып алғайным. Аҙаҡ, матурыраҡ һәм нәзәкәтлерәк эштәр башҡарыу өсөн тағы бер машинка алырға тура килде. Шулай итеп, беҙҙең өйҙә хәҙер эш ҡоралы бар: өләсәйемдеке, ҡартәсәйемдеке һәм мин алған икәү. Уның ҡарауы, береһе боҙолһа, икенсеһе менән алмаштырам – уңайлы. Шулай ҙа иң яратҡаны булып тәүге эш башлаған, һыналған өләсәйемдең машинкаһы ҡала. Рәхәтләнеп тегәм, заказдар алам, кешеләрҙе шатландырам. Был миңә йыуаныс, ҡыуаныс һәм килем дә килтерә. – Ғөмүмән, бөгөнгө йәштәрҙең мөмкинлектәрен нисек баһалайһың? Һинеңсә, эшләйем тигән кеше аҡса һәм ҡәнәғәтлек килтергән шөғөл таба аламы? – Хәҙерге йәштәргә мөмкинлектәр иҫ киткес күп. Үҙеңә оҡшаған һөнәр, йүнәлеш һайлау өсөн һәммәһе лә бар. Ҡәҙимге күренешкә әүерелгән телефон, интернет ресурстарын ғына алайыҡ. Китап эҙләп йөрөйһө түгел – йәнеңә оҡшаған әҫәрҙе ноутбукта йә башҡа гаджетта уҡып була, ғөмүмән, интернет бөтә һорауҙарға ла яуап таба. Оҫталыҡ дәрестәре, онлайн уҡыуҙар һәм оҡшаш хеҙмәттәр университетта уҡып йә эшләп йөрөгән һәр маҡсатлы кешегә өйҙән тороп та башҡа һөнәр үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Уҡыу йорттары араһындағы алмашып белем алыу программаларында ла ҡатнашырға мөмкин, был да – тәжрибә өҫтәгән шәп сара. Икенсе яҡтан, күп кенә йәштәрҙең, шул иҫәптән ҡыҙҙарҙың да, аҡса артынан Себер тарафына, вахта ысулы менән эшләргә сығып киткәне мәғлүм. Мәҫәлән, мин бихисап һабаҡташтарымдың алыҫҡа, нефть һәм химияға бәйле производстволарға, лабораторияларға барғанын беләм. Бөтәһе лә эш хаҡына бәйле – йәштәр ҡайҙа күберәк түләйҙәр, шунда ашҡына, улар юғарыраҡ маҡсаттар һәм талаптар ҡуя. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге йәштәр күңелдәренә ҡәнәғәтлек килтергән шөғөлдәрҙән дә баш тартмайҙыр, тип уйлайым, сөнки бөгөнгө мөмкинлектәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел. Мәҫәлән, йәштәр интернетта ла аҡса эшләй, маркетингтың төрлө ысулдарын ҡуллана, онлайн хеҙмәттәр күрһәтә – яҡшы килем сығанағы. Фото һәм видеохеҙмәттәр күрһәтеү, социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрҙе алып барыу йәһәтенән дә тәҡдимдәр күп – был да аҡса килтерә. Шуныһы ла бар: күп йәштәштәрем тиҙ һәм еңел ысул менән табылған аҡса артынан ҡыуа, ҡул менән эшләргә, нимәлер булдырырға теләгәндәр күпкә һирәгерәк. – Химия йүнәлешендә ярайһы уңыштарың бар, уҡыуыңды ла артабан дауам итәһең тип аңланым. Әммә бер мәл профессиональ үҫеш һәм күңелгә ятҡан шөғөл араһында һайлай торған ваҡыт етеүе ихтимал... – Дөрөҫөн әйткәндә, химия менән ижад бер ҡаҙанға һыя торған ғәмәлдәр түгелдер, тип уйлайым. Йә фән, йә ижад – ҡасандыр барыбер һайларға тура киләсәк. Шулай ҙа икенсе юл миңә күпкә яҡыныраҡ. Фәндә үҙемде бер ҡасан да күрмәнем, әммә әлеге ваҡытта магистратураның һуңғы курсында уҡығас, был һорау ифрат борсой, күңелдә икеләнеүҙәр ҙә бар. – Әлеге ваҡытта ҡайҙа эшләйһең? Баш ҡалала мөмкинлектәр күберәк тигән менән килешәһеңме? – Әлеге көндә мин ҡасандыр уҡыған мәктәбемдә – Әбделкәрим ауылында балаларға физика һәм математиканан белем бирәм, директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарам. Ауыл мәктәптәрендә лә заман мөмкинлектәре күп хәҙер. Мәҫәлән, беҙҙең Әбделкәримдә “Үҫеү нөктәһе” программаһы буйынса төрлө фәндәрҙе төплө өйрәнеү форсаты бар. Физика, биология фәндәренән шөғөлләнәләр, мин роботтар төҙөү үҙенсәлектәрен дә төшөндөрәм. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы ҙур һәм уларға һәр саҡ ыңғай мөнәсәбәттәмен: киләм тиһәләр, кабинетты асып ҡуям, эш ваҡыты булмаһа ла, мәктәпкә барам, шау-гөр килеп шөғөлләнгәндәрен ҡарап ултырам, һөйләшәм, һорауҙарына яуап бирәм. Баш ҡалала мөмкинлектәр күберәк тигән менән дә, әлбиттә, килешәм. Эштән һуң күңел асыу, ял итеү өсөн бараһы урындарҙан башлап, бәлки, шөғөл-ҡыҙыҡһыныуҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дә форсаттар, әлбиттә, ҙур ерҙә артығыраҡ. Спорт, һүрәт төшөрөү, театр-күргәҙмәләргә йөрөү – быларҙың барыһы ла шәхестең эске донъяһын байыта, үҫтерә. – Килешәм тиһәң дә, ауыл тормошон һайлағанһың. Ул, һинеңсә, нимәһе менән өҫтөнөрәк? – Фәҡәт әлеге ваҡытта үҙемде ауыл тормошонан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Тәбиғәткә бала саҡтан үлеп ғашиҡмын! Ҡәҙимге ауыл мәшәҡәттәре менән мәшғүл атайым менән әсәйемә: “Ҡарағыҙ, ни тиклем матур итеп ҡояш байый”, йә иһә “ни тиклем моңло итеп ҡоштар һайрай!” – тиһәм, улар хатта бер аҙ аптырап та ҡала, сөнки шул тиклем был күренештәргә күнеккәндәр. Ауыл балаһымын, тәбиғәт балаһымын – быны мин етешһеҙлек түгел, өҫтөнлөгөм тип ҡабул итәм, шуға әлеге ваҡытта тыуған яғымда йәшәйем һәм эшләйем. Ә киләсәктә нисек булыр – әлегә асыҡ ҡына әйтә лә алмайым. Ваҡыты еткәс, был һорауға ла яуап табылыр, тип уйлайым. – Әңгәмә өсөн рәхмәт! Уңыштар һиңә, Зөһрә! - Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
“Мин – тәбиғәт балаһы!” йәки Химия менән ижад бер ҡаҙанға һыямы?
24 марта 202324 мар 2023
7 мин