Найти тему
Башҡортостан гәзите

Диктант текстарына конкурс үтә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды йыл да үткәрелгән Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстарға конкурс иғлан итә. Конкурсҡа өс йүнәлештә текстар ҡабул ителә: l башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) – Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына ар­налған текст; l башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) – Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст; l башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйлә­шеүселәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) – Фән һәм мәғариф йылына арналған текст. Эштәрҙе bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрелгә тиклем ебәрә алаһығыҙ. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләк көтә. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА