Быйыл ҡыш бигерәк ҡаты килде. Хатта 40 градус һыуыҡтар булды. Әммә Бәләбәй ҡалаһында һәм районында йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы. Ҡалалағы меңдәрсә кешелек күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Теплоэнерго” йәмғиәте директоры Сергей Лущиц яҡшы белә. Сергей Лущиц – ғаилә династияһының береһе. Сергей Анатольевич 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң яҙмышын ошо предприятиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай ул хеҙмәт юлын. Яйлап тармаҡтың асылына төшөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса технологияларға таянған ойошмала газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереүҙең айышына төшөнә. Мастер, директор урынбаҫары дәрәжәһенә өлгәшә. Тәжрибәле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп ҙур ышаныс күрһәттеләр. Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғылар иҫәбендә. Улар хеҙмәтлән