Был ғәжәп ғаилә менән танышыу йәшәүҙең ни ҡәҙәре матур ҙа, ҡатмарлы ла, тылсымлы ла икәнен тағы бер иҫбатлай. Эргәңдә һин тип йән атып торған, үҙеңде аңлаған, баһалаған, шул ҡәҙәре яратҡан кешеләрҙең күп булыуы бәхетте сағыу төҫтәргә мансый, тормошто ҡабатланмаҫ мөғжизә итеп ҡабул итергә өйрәтә. Балтас районынан 13 бала тәрбиәләнгән ғаилә – Альбина менән Винер Хәйҙәршиндәрҙең ғаиләһе менән танышҡас, ошондай кисерештәр солғанышында ҡалаһың. Альбина Рәйеф ҡыҙы – республикабыҙҙан беренсе булып “Герой-әсә” исеменә лайыҡлы, дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путин ҡулынан орден алған һоҡланғыс әсә. Әсәй кешегә өй эсендә һигеҙ түгел, әле бер-ике генә бала булғанда ла, донъяны танып белеү менән мәшғүл кескәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ булып, арттарынан йыйып ҡына өлгөр! Хәйҙәршиндәрҙең иркен ихатаһындағы тәртип, ҙур йортонда ла бер генә ҡыйыш ятҡан нәмәне лә күрмәү, хатта уйынсыҡтарҙың да туҙырашып ятмауы тәү мәлдә ғәжәпкә лә ҡалдыра. Эйе, тәү мәлдә генә. Унан инде был оло ғаиләлә электән килгән, рәткә һалынған