Алдан хәбәр итеүеҙсә, 23 мартта төнгө сәғәт берҙә Белорет районының Тирлән ауылында тетрәндергес юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 17 йәшлек егет атаһының машинаһында биш дуҫын йөрөтөргә була, әммә идараны юғалтып, ” УАЗ” автомобиленә барып бәрелә. Водитель һәләк булған, башҡа үҫмерҙәр ауыр хәлдә дауаханала ята. Мәғлүм булыуынса, авария мәлендә 14 йәштәге өс ҡыҙ, 17 һәм 16 йәштәге ике үҫмер ғәҙәттәгесә үҙҙәренең компанияһында ваҡыт уҙғарған. Улар барыһы ла бер ауылдан һәм бер мәктәптә уҡыған, тик бер үҫмер былтыр мәктәпте тамамлап, колледжға уҡырға ингән. "Уфа Комсомольская правда" (ufa.kp.ru) гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бирелгән яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер малайҙар көслө алкоголле эсемлектәр эскән, ҡыҙҙар градусы әҙерәк булғанын һайлаған. Эсеп батырайып киткәстәр, ауыл буйлап машинала йөрөргә булалар. 17 йәшлек үҫмер ата-әсәләре автомобиль асҡысын йәшермәүен әйтә, улар йоҡлағанда автомобилде алып, йөрөп килергә тәҡдим итә. Водитель танытмаһы булмаһа ла, ул быға т
Тирләндә аварияға осраған үҫмерҙәр эскән булған....
24 марта 202324 мар 2023
1
2 мин