Бөгөн, 24 мартта, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Һөйләшеү 6-7 апрелдә Өфөлә үтәсәк “Юғары ос!” мәктәп форумына арналды. Айбулат Вәкил улы журналистарҙың мәғариф тармағына ҡағылышлы башҡа һорауҙарына ла яуап бирҙе. Билдәле булыуынса, “Юғары ос!” форумы беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы 2019 йылда уҙҙы. Был проект үҙенең кәрәклелеген иҫбатланы, күләмле сара статусын алды. Ошо форумдарҙа мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде: биш көнлөк уҡытыу режимына күсеү, ауыл мәктәптәрендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар бүлеү, билингваль һәм полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, берҙәм тәрбиәүи киңлек булдырыу (“Тематик шәмбеләр”), туҡландырыуҙы ойоштороу, стоматология кабинеттары һәм Республика белем биреү сифатын баһалау үҙәге асыу һәм башҡалар. 6-7 апрелдә баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында сираттағы “Юғары ос!” мәктәп форумы үтә. Форум сиктәр