Фәттәховтарҙың хәҙерге ҡатмарлы заманда ла биш бала тәрбиәләй алыуын күреп һоҡланмау мөмкин түгел. Ә бит йәштәр хәҙер үҙҙәре өсөн генә йәшәй, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Күгәрсен районының Бикбулат ауылында бындай ишле ғаиләләр аҙ түгел, әммә улар, нигеҙҙә, бала-сағаһын күптән аяҡҡа баҫтырған ветерандар. Ә Ғәлиә менән Даяндың йәш быуын вәкилдәре булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Ғәлиә сабыйҙары менән таныштыра: иң олоһо Ленар V класта уҡый, Илфатҡа туғыҙ йәш, өсөнсө класта белем ала, Райфат былтыр көҙ беренсе класҡа барған, бер бөртөк ҡыҙыҡай Диана әле балалар баҡсаһына йөрөй, иң кинйәһе Динарға – йәш ярым. Даян Рим улы мәктәптәге ҡаҙанлыҡта оператор булып эшләй. Тәбиғи, бындағы эш көҙ башлана ла яҙ тамамлана, йәғни йылытыу миҙгеленә бәйле. Ә йәй? Бына ошо мәлдә уның уңғанлығы күренә лә инде: ул йәй буйы бура бурап һата. Донъяларының етеш булыуына ҡарағанда, был кәсептән төшөмө аҙ түгел, ахыры. Бынан тыш, хужа ҡышҡылыҡҡа үгеҙҙәр алып, уларҙы үҫтереп, шунан ит комбинатына тапшыра икән. Бер ҡ