Ошо көндәрҙә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында яңы указ баҫылды. Унда әйтелеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, быйыл 30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә 1-әр миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнә. Һүҙ һөнәри белемле дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары белгестәре, шулай уҡ профилле өҫтәмә белем биреү учреждениеларының хеҙмәткәрҙәре – балалар музыка, художество, хореография һәм сәнғәт мәктәптәренең педагогтары хаҡында бара. Аҡсаға 2021 йылдан Башҡортостандың ауылдарына йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә килгән белгестәр дәғүә итә ала. Түләүҙәр тәртибен һәм шарттарын, шул иҫәптән белгестәрҙе һайлап алыу критерийҙарын 30 көн эсендә республика Хөкүмәте әҙерләй. Ошо указ Башҡортостан мәҙәниәте тармағында эшләгәндәрҙе ни тиклем ҡыуандырғанын һәм дәртләндергәнен белһәгеҙ! Билдәле булыуынса, республикала “Ауы