Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үрген тураһында китап сыҡты

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала мәғариф ветераны, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Юлай Солтанбаевтың "Башҡорт Үргене ауылы" тигән китабының исем туйы ойошторолдо. – Беҙҙең Башҡорт Үргене ауылы тураһында яҙма сығанаҡтар бик аҙ, ололарҙың хәтирәләрен яҙып алыусылар ҙа булмаған тиерлек, – тип һөйләй Юлай Вәли улы. – Уйлап ҡараһаң, ошо Үргендең күп йыллыҡ данлы тарихы бар, быуаттар буйы ул тирә-йүндәге иң ҙур ауылдарҙың береһе һәм мәғрифәт үҙәге булған. Юлай Солтанбаев һөйләүенсә, йыйынтыҡ ауылыбыҙҙың бай тарихының бәләкәй генә өлөшөн үҙенең эсенә алған. Киләсәктә уны тулыландырып баҫтырыу күҙ уңында тотола. Фото: Хәҙисә Вәлиева.