8-се ҡала клиник дауаханаһының ата-әсәләр йортонда төбәктәге икенсе Күкрәк һөтө банкы асылды. Ул медицина учреждениеһында тыуған сабыйҙар өсөн күкрәк һөтөн һаҡлау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнгән. Заманса һөт пастеризациялау алымы туҡлыҡлылыҡ ҡиммәтен, витаминдарҙы, микроэлементтарҙы һаҡлап, бөтә билдәле патоген бактерияларҙы һәм вирустарҙы юҡ итә. Пастеризациянан һуң уникаль "тере" үҫеш факторҙары, иммуноглобулиндар, биологик актив матдәләр кәмей, ләкин шул уҡ ваҡытта улар бала өсөн файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай, ошондай күкрәк һөтөнөң файҙаһы, балалар ҡатышмалары менән туҡланыуға ҡарағанда, күпкә юғарыраҡ. Айырыуса яңы тыуған балалар өсөн күкрәк һөтөн ҡулланыу сепсис, тын алыу ағзалары һәм ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары үҫеше хәүефен кәметергә, ә иң мөһиме - артабан оптималь физик һәм нервы-психик үҫеште тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Күкрәк һөтө имеҙеүендә булған балалар һирәгерәк һимеҙлек, диабет, һуңыраҡ яман шеш менән яфалана. Күкрәк һөтө менән имеҙеү ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәре һәм түлл