Ул 1923 йылдың 11 мартында Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1934 йылда башланғыс мәктәпте, 1937 йылда Нурдәүләт тулы булмаған урта мәктәпте тамалай. Хәҙерге Юлдаш урта мәктәбен Маҡтау грамотаһы менән тамамлай. Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Арыҫлан һәм Ҡотош мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1940-1946 йылдарҙа Совет Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда лейтенант Зәйни Рафиҡов запасҡа сыға. Башта Мәләүез эшселәре ҡасабаһында мәктәп директоры булып эшләй, 1948 йылдың сентябрендә район партия комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.1947 йылдан алып Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының тарих бүлексәһендә ситтән тороп уҡый башлай. 1949 йылдың аҙағында запастағы офицер Рафиҡовты яңынан Совет Ҡораллы Көстәре сафына саҡыралар. 1952-1956 йылдарҙа ул В.И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияның журналистика факультетында уҡый, уны там