Найти тему
Башҡортостан гәзите

Семендың сираттағы еңеүе!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы пост яҙған. Унда шулай тиелә: "Беҙҙең Семен Елистратовты һәм уның тренеры Андрей Максимовты сираттағы еңеүе менән ҡотлайым. Кисә Семен ир-егеттәр араһында конькиҙа йүгереү спорты (шорт-трек) буйынса Рәсәй чемпионатында 1500 метр арауыҡта беренсе урын алды. Ярыштар Өфөлә, Семен Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәгендә уҙа. Чемпионатҡа илебеҙҙең иң көслө спортсылары килде. Әйткәндәй, рәсми рәүештә күргәҙмә 11 мартта көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла. Ярыштар: 11 мартта - 12:30-17:30 тиклем. 12 мартта - 11:30-ҙан 15:30-ға тиклем. Инеү ирекле, барыһын да саҡырам". Фотолар: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.