Ишембай ҡалаһының 9-сы балалар баҡсаһында өс йәшлек бала аяғы менән йылылыҡ батареяһына ҡыҫыла. Бер аҙҙан сабый батареяға һуға башлай, ҡысҡыра, әммә уны ишетеүсе табылмай, киреһенсә, батареяны дөмбәҫләмәҫкә ҡушалар. Асырғанып ҡысҡыра башлағас ҡына, уға иғтибар итәләр. Һөҙөмтәлә баланың аяғы бешә. Баланың әсәһе“Башинформ”ға белдереүенсә, тәрбиәсе баланың эргәһенә килеп тә аяғын тартып сығара алмаған, һөҙөмтәлә тағы ла нығыраҡ механик йәрәхәтләнеүгә килтергәндәр, аяғы иткә тиклем бешкән. Ләкин йәнә иғтибар итмәгәндәр, бала нисек илаған шул килеш йөрөй биргән. Малайҙың ҡысҡырып һыҡтауына мөдир ингән һәм ул үҙе салбарын күтәреп яралы аяғын күрһәткән. Һөҙөмтәлә сабыйҙы тиҙ арала Стәрлетамаҡтың тән бешеү үҙәгенә алып китәләр һәм дөйөм наркоз менән операция яһайҙар. Хәҙер тағы бер операция талап ителә. “Наркоздан һуң сабый тағы ла нығыраҡ ярһыуға әйләнде, ауыр кисерҙе, илай. Улар быны бәхетһеҙ осраҡ тип иҫәпләй. Бер кем дә ғәйепле түгел, бары тик баланың үҙе генә тиҙәр”, - ти малайҙың әсәһ