Һәр үҫемлек – Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә дәлил, әммә уларҙың ҡәҙерен, нимәгә кәрәклеген белеп еткермәйбеҙ кеүек. “Ер йөҙөндә һәр нәмәне әҙәм балаһына файҙа булһын өсөн яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Аллаһ Тәғәләнең бүләктәре араһында ағастар айырым урын алып тора. Билдәле булыуынса, улар насар һауаны үҙенә ҡабул итеп, кислород бүлеп сығара. Тимәк, ағасты “Ер шарының үпкәһе” тип әйтергә мөмкин. Урманлы ерҙә айырым микроклимат хасил була, үҫемлектәргә, хайуандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә. Урманға бай төбәгебеҙҙә ағас ифрат күп. Һәр береһе айырым үҙенсәлеккә эйә. Мәҫәлән, һыу буйында үҫкән тал һығылмалылығы, йомшаҡлығы менән билдәле. Унан борон һауыт-һаба, кәрзин, ситән үргәндәр. Шулай уҡ ҡабығын һыҙырып алып, йәнлек тиреһен буяу өсөн ҡулланғандар. Ҡарама ла тиҙ һына торғандарҙан түгел, шуның өсөн ул атҡа сана яһау өсөн файҙаланылған. Ә еректән төрлө һауыт-һаба эшләнгән. Йүкә лә ҡашығаяҡ яһауға ҡулайлы, йәнә ул – бал бирә торған ағастарҙың береһе. Әгә