Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һимереүҙең сәбәбе нимәлә?

Нимә ул дөрөҫ туҡланыу? Артыҡ тән ауырлығының киң таралған сәбәптәре ниндәй? Иртәнге, төшкө һәм киске аштарҙы нисек ҡулай бүлергә? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, диетолог Рушания Ялалова ошо турала һөйләне. – Һеҙгә нигеҙҙә кемдәр йышыраҡ мөрәжәғәт итә? – Һимереүҙән яфаланған йәки артыҡ ауырлығы арҡаһында һаулығында проблемалары булған кешеләр ярҙам һорай. Шулай уҡ эндокрин, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән дә диетологка киләләр. – Әгәр тән ауырлығым саманан тыш артыҡ икән, миңә нимә эшләргә? – Табипҡа мөрәжәғәт итергә. Туҡланыу рационын ғына түгел, тотош йәшәү рәүешен үҙгәртергә кәрәктер, бәлки. Тән ауырлығы индексынан тыш, биоимпедансометрия күрһәткестәре лә мөһим. Ул организмдың электр ҡаршылығы күрһәткестәрен үлсәүгә ҡоролған тикшеренеү. Ябай итеп әйткәндә, ул тәндә мускул, май һәм һөйәк ауырлығының күпме булыуын, күпме шыйыҡса бүленеүен, эске ағзаларҙың ауырлығын, матдәләр алмашыныуы әүҙемлеген күрһәтә. Мәҫәлән, ябыҡҡанда был анализ ауырлыҡтың нимә иҫәбенә (май йәки мускулдар, организмдың күпләп һыуҙы юғалтыуы) кәмеүен аңларға ярҙам итә. – Һимереүҙең киң таралған сәбәптәре ниндәй? – Сәбәптәре төрлөсә: нәҫелдән килеүе, эндокрин ауырыуҙар, организмға йод етмәүе һөҙөмтәһендә тыуған сирҙәр, вируслы инфекциялар, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, үт ҡыуығында таш булыуы һәм башҡалар. Юғары калориялы углеводтарҙы күпләп ашау, рационда йәшелсә, емеш-еләк, ит, балыҡ кеүек ризыҡтарҙың аҙ булыуы ла кәүҙә ауырлығының артыуына килтерә. Күп ултырыу, ятыу, аҙ хәрәкәт итеү ҙә һимереүгә сәбәпсе. – Нимә ул “дөрөҫ туҡланыу”? – Бындай туҡланыу кешенең ғәҙәти үҫешен, йәшәйешен тәьмин итә, һаулығын нығытыуға һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Даими физик күнекмәләр менән бергә сәләмәт туҡланыу һимереү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, диабет, ҡан баҫымы күтәрелеү һәм яман шеш кеүек ауырыуҙар хәүефен кәметә. – Көн дауамында нисек туҡланыу иң ҡулайы? – Ашау тәртибенең нигеҙенә дүрт төп принцип һалынған. Беренсенән, туҡланыуҙың даимилығы. Икенсенән, тәүлек эсендә аҙлап бер нисә тапҡыр ашау. Сәләмәт кешегә өс йәки дүрт тапҡыр туҡланырға, шулай уҡ иртәнге, төшкө, киске аш араһында өҫтәмә рәүештә ҡапҡылап алырға кәңәш итәләр. Өсөнсөнән, ашағанда аҡһым, май һәм углеводтар, минераль матдәләр һәм витаминдарҙың тигеҙ нисбәте иҫәпкә алыныуы мөһим. Дүртенсенән, тәүлек рационы калориялылығының өстән ике өлөшө – иртәнге һәм төшкө, өстән бер өлөшө киске ашҡа тура килергә тейеш. – Күптәрҙең фекеренсә, дөрөҫ туҡланыу ҡиммәткә төшә. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме? – Бөтөнләй килешмәйем. Дөрөҫ туҡланыу өсөн әллә ни күп аҡса кәрәкмәй. Ярмаға, миҙгелгә ҡарап йәшелсәгә, емеш-еләккә хаҡ ҡиммәт түгел. Органик аҙыҡ-түлек һатып алыуҙың да кәрәге юҡ. Магазин кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи ризыҡтар етерлек. Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА